top of page

Мәктәп йылдарында мин китапхананың иң тоғро уҡыусыларының береһе була торғайным. Аҙна һайын дуҫым менән яңы китаптар алырға ашыға инек. Китапхана - ул, әйтерһең, бөтөнләй икенсе донья. Уҡыу залында тынлыҡ, әммә, бында меңләгән авторҙар тауышы "яңғырай". Тик уны ҡолаҡтар түгел, ә йөрәк кенә ишетә ала.  

Мин башҡорт, рус һәм инглиз әҙәбиәтен дә уҡырға яратам. 

Мине хайран ҡалдырған әҫәрҙәр: Зәйнәб Биишева "Кәмһетелгәндәр" трилогияһы, Динис Бүләков "Ғүмер бер генә", Фәниҙә Исхаҡова "Кеше-күсермә" романы, Михаил Булгаковтың "Мастер һәм Маргарита" романы.

Китап уҡыу шөғөлөм нәфис һүҙ һөйләүгә ылыҡтырҙы мине...Уҡыусыларым менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Ә иң мөһиме - беҙгә әҙәби һүҙҙең матурлығы, фәһеме һәм серҙәре асыла.

Сәрүәр Сайранова исемендәге башҡорт халыҡ театрына йөрөү башлағаныма сикһеҙ шатмын!

T4hpcsJvlls.jpg
H0SnrkLkcUA.jpg
театр.jpg
bottom of page