top of page

Минең класым

Мин һигеҙенсе кластың класс етәксеһе булып торам. Һис шикһеҙ үҙемде гөлдәр баҡсаһында һымаҡ тоям. Шул тиклем яғымлы, итәғәтле, шуҡ һәм аҡыллы минең ҡыҙҙарым! Бөтөн ерҙә лә өлгөрөргә тырышалар: дәрестә лә, бәйгеләрҙә лә, йыр һәм бейеүҙә лә, спортта ла бәҫен төшөрмәй улар! һәр береһе үҙенсәлекле, төрлө талантҡа эйә. Бишенсе класҡа  килгән ҡошсоҡтарым, хәҙер инде бер йылдан ҡанаттарын йәйеп осоп та китерҙәр. Был шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа...Ләкин, нисек кенә булмаһын, был класым һәр ваҡыт йөрәгемдә, уйҙарымда булыр!

bottom of page